Ҡырмыҫҡалы районынан Рауза Сафина «Герой-Әсә» ордены менән бүләкләнде

Почетлы исем һәм награда тапшырыу тураһында указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 11 бала тәрбиләүсе ҡатын Башҡортостанда әсәлек даны миҙалына лайыҡ булған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҙур ғаиләлә тәрбиәләнеүсе әүҙем балаларҙың миҙал-грамоталарын һанап бөткөһөҙ. Спорт яратыусы малай-ҡыҙҙар ярыштарҙа даими ҡатнаша. Буш ваҡытта ҡыҙҙар бисер биҙәүестәр эшләп, һүрәт төшөрөргә ярата. 11 бала әсәһе Рауза Сафина көндәлек мәшәҡәттәр етәрлек булыуға ҡарамаҫтан, һәр балаға иғтибар бүлергә тырыша. Күптән түгел Рауза Сафина «Герой-Әсә» почетлы исеменә лайыҡ булды.

Тормош иптәше Илдар Таһиров менән улар хаҡлы ялда. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында эшләгән. Уларҙың өлкән балалары ғаилә ҡороп, үҙаллы донъя көтә. Ике тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер иткән Рауза Сафина менән Илдар Таһировтың 6 ейән-ейәнсәре лә бар.

Уҙған йылда Владимир Путин Рәсәйҙә «Герой-Әсә» исемен булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Дәртләндереү сараһына ярашлы, 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум күләмендәге түләү тәғәйенләнә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ