Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ мәктәп уҡыусылары, киң мәғлүмәт саралары менән дә осрашып өлгөрә. Журналистарҙың һорауына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов та яуап бирҙе. Ул контрактҡа ҡул ҡуйғанға тиклем Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармониһында эшләй.
Әле ул санитар-водитель булып хеҙмәт итә. Әммә флейтаны ташламай. Мөмкинлек булғанда хеҙмәттәштәрем алдында сығыш яһайым, ти ул. Хеҙмәт буйынса урындағы халыҡ менән дә күп аралашырға тура килеүен белдерҙе. Донбасс халҡы һүҙҙәренсә, улар Рәсәй ғәскәрҙәре килеүен түҙемһеҙләнеп көткән.
Осрашыуҙа шулай уҡ «Алпан» менән «Аҡ барс» ҡушаматлы яугир булды. Һуңғыһы Чечнялағы ике хәрби кампанияла ҡатнашҡан, шуға күрә махсус хәрби операциянан ситтә ҡала алмағанлығын белдерҙе. Яугирҙар яҡын арала кире хеҙмәт иткән урындарына юлланасаҡ.






