Ғинуар-октябрь айҙарында 21 мең тоннанан ашыу продукция оҙатылған. Был уҙған йылдың ошо осорондағынан 8 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Башҡортостанда етештерелгән май Ҡытай фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Республикала быйыл 370 мең тонна көнбағыш урылған. Һәр гектарҙан уртаса 15 центнер уңыш алына.







