Республикала “Донбасс балаларына һәм яугирҙәргә Яңы йыл бүләктәре” тигән акция иғлан ителде. Уны Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт берлеге уҙғара. Ойошма рәйесе Тимерйән Рәжәпов белдереүенсә, балаларға татлы күстәнәстәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары, яһалма шыршылар тапшырырға була. Һалдаттар өсөн йылы кейем, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, генератор һәм моторлы бысҡылар туплана. “Әйберҙәрҙе баш ҡаланың Достоевский урамындағы 106-сы йортта йыябыҙ”, - ти Тимерйән Рәжәпов.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Ветеран Башкортостана” газетаһының рәсми сайтында танышырға мөмкин.







