Стәрлетамаҡта 3Д-принтер ярҙамында хәрбиҙәргә ҡулайламалар әҙерләйҙәр

Стәрлетамаҡта 3Д-принтер ярҙамында гранаталарҙы теүәл ташлау ҡулайламалары етештерелә. Әлегә «ҡанаттарҙың» тәүге партияһы махсус хәрби операция биләмәһендә үҙен яҡшы һынатҡан. Пластиктан етештерелгән бәләкәй деталдәрҙең ҡайҙа һәм нисек ҡулланылыуы тураһында киләһе яҙмала.

Пилотһыҙ осоусы аппаратҡа гранатаның ике муляжы ҡуйылған. Уларҙы ташлағанда пластик ҡанаттарҙың булыуы мөһим, һауала әйләнмәй, ҡуйылған сәпкә теүәл осорға ярҙам итә. Стәрлетамаҡтан Юрий Орда менән Александр Кузнецов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡоралланыуын нығытыу өҫтөндә эшләй. 3д принтерҙа гранатаны ташлау механизмының корпусы баҫтырыла. Һәр бер ҡулайлама һынау үтә.

Квадракоптерҙа лампочка бар, пульт менән баҫҡандан һуң ут тоҡана, һөҙөмтәлә гранатаны ташлау ҡулайламаһында фотоэлемент эшкә килә һәм снарядтар бер-бер артлы төшә. Пластиктан яһалған механизмды күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин, аккумуляторы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, көсө бер айға иҫәпләнгән.

Юрий Орда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге хеҙмәткәре

Әлегә махсус хәрби операция биләмәһенә ВОГ-17, ВОГ-25 гранаталары өсөн ҡанаттар оҙатылған. Хәрби припастарҙы ташлау ҡулайламаһын сираттағы партия менән ебәреү ҡаралған. Кәрәк-яраҡтар 3Д-принтерҙа баҫтырыла. Үҙенә күрә оҙайлы процесс. Фронт продукцияһының бер детален эшләү өсөн генә өсәр-дүртәр сәғәт ваҡыт талап ителә.

Һәр бер деталдең моделе-һүрәтенә ярашлы, принтерҙа бик күп төрлө параметрҙар билдәләргә кәрәк. Баҫтырыу температураһы, эш тиҙлеге, материалдың ҡалынлығы - барыһы ла контролдә тотола. Юғиһә, брак булыуы ихтимал. Хәрби кәрәк-яраҡтарҙың моделдәре менән Өфө, Мәскәү белгестәре ярҙам итә, яңыраҡ патрондар магазины өсөн дә яңы ҡулайлама эшләнек. Шуныһы мөһим - беҙҙең продукция һатылмай, был яҙыу һәр бер изделияға ҡуйыла.

Александр Кузьменко, эшҡыуар

Хәрбиҙәргә махсус продукция етештереү өсөн бушлай бина бүленгән, бында эш тәүлек әйләнәһенә, хатта, ял көндәрендә лә ойошторолған.

Александр Кузьменко производство ҡеүәтен арттырыу маҡсатында өсөнсө 3д принтер һатып алырға йыйына. Хәрбиҙәргә ярҙамға яңы техник ҡулайлама моделдәре өҫтөндә эшләй. Медицина йүнәлеше лә өҫтөнлөклө. Ампула - дарыу һаҡлау өсөн быяла көпшәләргә махсус контейнер һәм «самокол» тип исемләнгән шприц та баҫтырыла башлаған.

Заманса технологиялар ярҙамында 3-Д принтерҙар еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә. Бындай бәләкәй цехтар тотош ил буйынса ойошторола башланы. Ирекмәндәр билдәләүенсә, маҡсат бер - дошманға етди ҡаршылыҡ күрһәтеү. Александр Кузьменкоға килгәндә, ул ябай эшҡыуар, айти-технологиялар менән ҡыҙыҡһына. Быға тиклем был ҡоролмала ул сувенир продукция етештерһә, хәҙер хәрби продукция күпләп баҫтырыла

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ