Бер йыл эсендә «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» хәрәкәте 45 меңдән ашыу әйбер тегеп оҙатҡан. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен шаяртып «теген ғәскәрҙәре» тип атай. Ирекмәндәр хәрәкәте менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Дүрт тегенсенән башланған хәрәкәт бер йыл эсендә тотош тегеү фабрикаһына әйләнгән. Бәләкәй цехтар республиканың төрлө райондарында урынлашҡан. Берәүҙәр өлгө буйынса материалды бесһә, икенселәре тегә. Ассортимент киң - шеврондарҙан алып маскировка халаттары һәм билбауҙарға тиклем. Йылы кейем тегергә инглиз теле уҡытыусыһы Мәрфүға Аралбаева ла ярҙамлаша. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың эше, ғаиләһе, балалары бар, әммә тегеүгә улар ваҡыт таба.
Ирекмәндәр беҙ яугирҙарҙы, улар беҙҙе рухландыра, тип билдәләй. Һалдаттарҙан килгән видеосәләмдәр эшләргә көс бирә.
Эткә хәрби экипировка. Был иһә ҡатын-ҡыҙҙарға тегергә тура килгән ғәҙәти булмаған әйбер. Ялға ҡатҡан хәрбиҙәрҙең береһе йорт хайуанын фронтҡа алып китергә булғас, «Альта»ға өс төрлө костюм, хатта махсус шеврон тегелә.
Туҡымаларҙы тегенселәр йыйылған аҡсаға үҙҙәре һатып ала. Йыш ҡына материалдарҙы битараф булмағандар ҙа алып килә, ләкин уларҙың барыһынан да хәрби кейем тегеп булмай. Пижамалар, госпиталдәрҙә кейөр өсөн эс кейемдәре лә кәрәк . Сюжет төшөргән ваҡытта ла ирекмәндәр штабына халыҡ туҡыма ла, аҡсалата иғәнә, шулай уҡ бәйләнгән ойоҡбаштар ҙа алып килде. Кушнаренко районы ирекмәндәре тағы бер бәйләм төрөн үҙләштерә.
Ә бына был ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы Ҡырымда йәшәүсе яҡташыбыҙ берләштерә. Ул ярымутрауҙағы госпиталдәрҙә дауаланыу үткән хәрбиҙәргә ярҙам итә. Изге эшкә Башҡортостанда йәшәүсе таныштары ла ҡушыла. Ирекмәндәр төркөмө Өфөлә генә түгел, Шишмә, Бүздәк райондарында ла барлыҡҡа килә.
Гуманитар йөктө өс муниципалит ирекмәндәре бергәләп, транспорт компанияһы аша оҙата. Унда уларға ташыу өсөн ташлама бирелә. Бер ай элек ирекмәндәр ярты тоннаға яҡын гуманитар ярҙам ебәргән. Хәҙер - өс тапҡырға күберәк.
Әлфинә Килдейәрова






