Йыр йәнде дауалай, кешеләргә көс бирә һәм уларҙы батырлыҡтарға рухландыра. Был турала «Башҡортостан» полкы яугиры, махсус хәрби операция биләмәһендә санитар-водитель булып хеҙмәт иткән Радик Динәхмәтов белдерҙе. Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған йырсы-музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы коллегалары менән осрашты.
Күҙгә-күҙ күрешеп һөйләшеү Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Осрашыуҙа республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла булды. Махсус хәрби операцияға барыу теләге башҡорт яугирҙарын тынлы оркестр менән оҙатыу һәм ҡаршы алыу сараларында барлыҡҡа килде, тип бүлешә Радик Динәхмәтов. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ яҡын арала кире хеҙмәт иткән урынына юлланасаҡ.






