Дәүләт наградаһын тапшырыу тураһындағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 11 балаға ғүмер биргән Гөлназ Фәнил ҡыҙына республиканың «Әсәлек даны» миҙалы 2022 -се йылда тапшырылған. Бала тәрбиәләүҙәге уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн ғаилә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына ла эйә. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Гөлназ Фәнил ҡыҙы 11 балаһын да һөйөп уята. Һәр береһенә йөрәк йылыһын, иғтибарын тигеҙ өләшә. Ҙур ғаиләлә һәр бала ата- әсәһенә йорт эштәрендә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Апайҙары өлгөһөндә һеңлеләре лә тырыш, эшһөйәр булып үҫә, спорт менән мауыға.
Хәлиҙә Сәлиховна күп бала бағыусы ҡыҙы һәм кейәүе янына йыш килеп йөрөй. Гөлназ һәм Айнур донья йомоштары менән йөрөгәндә балаларға өләсәйҙәре күҙ-ҡолаҡ булып тора.
Аш бүлмәһендә көн һайын ҙур кәстрүлдә 20 өлөшлөк ризыҡ бешерелә. Өфөлә уҡыусы ике студент, биш мәктәп уҡыусыһы, балалар баҡсаһына йөрөгән ике бәләкәскә ризыҡ мул һәм тәмле әҙерләнә
Күмәкләп төшкө аш менән һыйланғандан һуң рәхмәтле балалар өҫтәлдән ризыҡтарҙы ташый, һауыт-һаба йыйыштырыша. Һуңынан һәр кем яратҡан шөғөлөнә тотона.Ителлектауаль уйындарҙы үҙ итеүселәр шашка уйнай. Ҡорманаевтырҙың балалары дәрес әҙерләүгә лә етди ҡарай. Әйткәндәй, Айнур Яҡуп улы мәктәп йылдарында яҡшы уҡыусыларҙан булған, шуға ла дәрескә әҙерлекте шәхсән үҙе тикшерә.
Ҡорманаевтарҙың һәр балаһы уңышлы.Уларға бәләкәстән лидерлыҡ сифаттары һалына. Спорт ярыштарында яулаған миҙалдары ғына өс тиҫтәнән ашыу.
Гөлназ Фәнил ҡыҙының»Герой-Әсә» миҙалы өсөн Ҡорманаевтар ғаиләһе дәртләндереү сараһы булараҡ дәүләттән миллион һумлыҡ матди ярҙам аласаҡ. Уны ғаилә балаларын рухи һәм физик яҡтан үҫтереүгә, йәшәү шарттарын яҡшыртыға йүнәлтергә иҫәпләй.
Гүзәл Борханова






