Иглин ауылы «Звездный» биҫтәһендә 4 ҡатлы, заманса мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Көтөп алынған объект. Иглин ауылы «Звездный» биҫтәһендә 4 ҡатлы, заманса мәктәп төҙөлөшө дауам итә. 1225 балаға иҫәпләнгән белем усағы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелә һәм уның төҙөлөшөнә бюджеттан 1 млрд самаһы аҡса йүнәлтелгән. Ҙур мәктәп ишектәре киләһе йылға декабрҙә асыласаҡ тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Иглин ауылында урынлашҡан «Звездный» биҫтәһе йылдам үҫешкән биләмәләрҙең береһе. Өфөгә яҡын урынлашҡан ауылда иркен мәктәп төҙөлөшө көн талабы, сөнки балалар һаны йылдан-йыл арта. Март айында төҙөлә башлаған мәктәптә әле эшселәрҙең бер төркөмө кирбес һала, икенселәре зәңгәр яғыулыҡ тоташтырып, инженер коммуникациялар үткәреү менән мәшғүл.

Объект мәғариф өлкәһендәге заманса талаптарҙы берләштергән. Малай-ҡыҙҙар хәүефһеҙ, уңайлы шарттарҙа уҡыһын өсөн бинала иркен кабинеттар , тарихи-мәҙәни саралар ойоштороу өсөн акт залы, ижади түңәрәктәр бүлеге, ашхана , китапхана , медицина үҙәге ҡаралған.

1225 балаға иҫәпләнгән учреждение «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелә һәм уның төҙөлөшөнә бюджеттан 1 млрд самаһы аҡса йүнәлтелгән. Был сумманың төп өлөшө федераль үҙәктән бүленгән ярҙам.

«Звездный» биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшө килешенгән графиктан бер айға алдан бара. Малай-ҡыҙҙар һәм уҡытыусылар өсөн көтөп алынған объект ишектәре киләһе йылға декабрҙә асылыр тип күҙаллана.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ