20 ноябрҙә «Башҡортостан» Телерадиокомпанияһы Акционерҙар йәмғиәтенең уҡытыу үҙәгендә сираттағы курс старт ала. Был юлы Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында режиссерҙар төркөмө белемен камиллаштырасаҡ.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы уҡытыу эшмәкәрлеген 2005-се йылдан уҡ алып бара, ә 5 йыл элек Рәсәй Федерацияһы профстандарттарына яраҡлы кадрҙар әҙерләнә башлай. Мәктәп-студияла төрлө йүнәлештәр буйынса махсус курстар ойошторола.Ошо көндәрҙә генә Холдингтың аудио-видеотехника белгестәре профессиональ квалификацияһын күтәреү буйынса уҡыуын тамамланы. Был юлы иһә режиссерҙар, режиссер ассистенттары, монтаж инженерҙарының белемен камиллаштырыу ҡаралған. Терадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры, Евразия телевидение һәм радио Академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғилманова әйтеүенсә, телевидение заман менән бергә атларға, яңыса эш алымдарын үҙләштерергә тейеш. Ә тапшырыуҙың эмоциональ көсө, тамашасыға йоғонтоһо режиссерҙың һөнәри оҫталығына бәйле. Курс үтеүселәргә федераль реестрҙа теркәлгән дәүләт документы тапшырыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 347 292 74 80, 8 929 75 60400






