Республика райондарында ҡасаба-ара өс газүткәргес төҙөлөшө тамамлана

Учалы, Күгәрсен һәм Бөрйән райондарында ҡасаба-ара өс газүткәргес төҙөлөшө тамамлана. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.

Трассаның дөйөм оҙонлоғо 112 километрҙан ашыу. Зәңгәр яғыулыҡҡа ике меңдән ашыу йорт һәм 27 социаль объект тоташтырыла. Бөтә эштәр ҙә 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһы буйынса башҡарыла. Уның буйынса 1 мең километрҙан ашыу газүткәргес һуҙыла, зәңгәр яғыулыҡ 181 тораҡ пункҡа бирелә. Газ менән 26 мең ғаилә, социаль учреждениелар, сәнәғәт предприятиелары һәм туризм объекттары файҙалана аласаҡ. «Бөрйән турист кластеры һәм уның төп өлөшө - «Шүлгәнташ» музей комплексы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла,-тип яҙған Башҡортостан Башлығы

Радий Хәбиров шулай уҡ Президент башланғысы менән булдырылған социаль газ менән тәьмин итеү программаһына ла туҡталған. Зәңгәр яғыулыҡ торбалары 43 меңдән ашыу йорт сигенә һуҙылған, уларҙың 31 мең газға тоташтырылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ