Йыл башынан 210 меңдән ашыу кеше “Алға” картаһын алған. Был күрһәткес былтырғынан 28 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. “Алға” картаһы менән ҡулланыусылар өсөн төрлө льготалар ҡаралған. Өфөлә, мәҫәлән, бер сәғәт дауамында бер билет менән дәүләт автобустарында күсеп ултырып йөрөргә була. Яңы йылға тиклем мобиль телефон аша банк картаһы менән түләгәндәр ташлама менән файҙалана ала. Электричкалар өсөн дә льготалы тариф бар.








