Мерәҫтә «арҙаҡлы шәхестәр» шәлкеменән сираттағы китап тәҡдим ителде

Дәүергә торошло шәхес. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы мәҙәниәт йортонда «арҙаҡлы шәхестәр» шәлкеменән сираттағы китап, уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителде. Уның авторы тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе замандашыбыҙ Ирек Бикмәтов. Баҫма Баймаҡ ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы тураһында.

Ирек Бикмәтов туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Уның китап геройҙары иһә, үҙебеҙҙең төбәктән сыҡҡан көслө етәкселәр, ауыл хужалығы алдыңғылары һәм башҡалар. «Рим Сырлыбаев һәм уның дәүере» китабы яҡташыбыҙ авторлығындағы унынсы китап.

Көслө етәксе, хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Был һүҙҙәр Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почётлы гражданы Рим Сырлыбаев хаҡында. Тап уға арнап китап яҙыу осраҡлы түгел.

Китапта билдәле райондашыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре, Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Рим Сырлыбаев хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған. Китаптың исем туйы сараһына яҡташыбыҙҙың туғандары ла килгән.

Баймаҡ ҡалаһының һәм районының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән Рим Әширәф улының 85 йәшлек юбилейына арнап баҫтырылған китап уҡымлы. Сөнки унда бер кеше яҙмышы ғына түгел, тотош район тарихы һыйған тиһәк тә яңылыш булмаҫ.

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ