Өфөлә «Кесе Ватан - ҙур ил» этнография уйыны финалы уҙҙы

«Беренселәр хәрәкәте» ойошторған интеллектуаль бәйгегә Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йәмғеһе 500 команда теркәлгән. Уйын барышында ҡатнашыусылар тәүҙә онлайн рәүештә Рәсәй һәм Башҡортостан тарихы, географияһы, мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап биргән.

Финалға үткән 50 команданы илдең төрлө ҡалаларынан килгән туризм белгестәре баһаланы. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән 5 командаға төп бүләк - Мәскәүгә сәфәр бүләк ителде. Бынан тыш, Өфөгә килеүсе финалистар ике көн дауамында Айнур Асҡаровтың «Ярлыҡау» фильмын ҡараған, видеоконтент төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ