Өфө ҡалаһы, Ауырғазы һәм Илеш райондарынан юғары класс уҡыусыларының эштәре иң яҡшылары тип табылған. Конкурста бөтәһе 30 муниципалитеттан йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан. Уларҙың эштәре йәшелсә үҫтереүҙә биологик ашлама ҡулланыу, умартасылыҡта балауыҙ күбәләге үрсетеп һатыу, инкубаторҙы роботлаштырыуға арналған. Элек Юннат тип аталған конкурс хәҙер яңы йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала һәм балаларҙың фәнни эштәре ун номинация буйынса ҡарала. Уҡыусылар үҙ проектатрын теоретик яҡтан яҙып ҡына ҡалмай, уны ғәмәлдә ҡулланыу тәжрибәһе менән дә бүлешә.



