Баймаҡта Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре семинары үтте

Йәш быуынды тәрбиәләүҙә «Урал батыр» эпосының әһәмиәте. Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» Башҡорт балалар баҡсаһында район һәм ҡала тәрбиәселәре өсөн семинар ойошторолдо. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә «Урал батыр» эпосы тәғлимәттәре ҡулланыуҙа тәжрибә уртаҡлашты.

«Айыуҡай»ҙа һуңғы өс йылда «Аҡтирмә» милли мәҙәни үҙәге менән берлектә «Урал батыр» мәктәбе эксперименталь майҙансығы эшләп килә. Шуға «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе балалар ҙа тап ошо баҡсала тәрбиәләнә. Иң тәүҙә тәрбиәселәр халыҡ аҡылын үҙенә туплаған, 4000 йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән эпосты үҙҙәре өйрәнә. Уның эстәлегенә ныҡлап төшөнгәндән һуң эпостың йөкмәткеһен балаларға еткереү күпкә еңел бирелә. Өлкәндәр һәм әҙерлек төркөмөндәге кескәйҙәр менән уны өйрәнеү менән бер рәттән «Урал батыр» нигеҙендә уҡытыу-тәрбиәүи эштәр ҙә алып барыла.

Тәрбиәсе-режиссерҙар сарала ҡатнашыусыларға эпосты күләгәле театр алымы менән тәҡдим итте. «Урал батыр» эҙенән” Квест уйынында килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы буйынса белемдәрен тикшерҙе. Беренсе булып тере һыуҙы турһыҡҡа тултырып алып килгән команда еңеүсе тип билдәләнде. Милли батырҙарыбыҙ, туғанлыҡ атамаларын өйрәнеү буйынса күрһәтелгән дәрестәр нигеҙендә лә «Урал батыр» эпосы торҙо.

«Айыуҡай» балалар баҡсаһы коллективы «Урал батыр» эпосының үлемһеҙлеген ныҡлы иҫбатланы. Ысынлап та, башҡорт халҡының асылын, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү мәғәнәһен, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән яманлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләрен сағылдырылған эпосң, бөгөн дә үҙ актуаллеген юғалтмайҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә моһим роль уйнай.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ