Хеҙмәт хаҡын етем балаларға. Өфө машинистары хәйриә акцияһын ойошторған. Куйбышев тимер юл хеҙмәткәрҙәре Өфө-Силәбе рейсы өсөн тәғәйенләнгән хеҙмәт хаҡы өлөшөн етем балаларға ебәрергә ниәтләгән. Рейс ошо көндәрҙә булған. Йәмғеһе 25 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡын ирекмәндәр Бөрө балалар йортона оҙатмаҡсы.
Хәйриә рейсын машинист Александр Пастух ойошторған. Ир был ун йылдан ашыу ошо һөнәр эйәһе. Ярҙамсыһы Максим Носковтың тәжрибәһе тағы ла ҙурыраҡ. Әйткәндәй, хәйриә рейсы беренсегә ойошторолмай. Куйбышев тимер юлында быға тиклем Силәбе машинистары ла ошондай акция уҙғарған.






