Сәхнәлә барған күренеште һүҙмә-һүҙ аңлатыу. Быйылғы театр миҙгелендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе тамашасыларға тифлокомментарий менән ике спектакль әҙерләгән.
Күләмле проект Алишер Усмановтың «Айырым ҡараш» (особый взгляд) Хәйриә фондының грантына тормошҡа ашырылған. Сәхнәләштереү алдынан күреү һәләте насар булған кешелергә ҡолаҡсындар таратыла. Махсус саҡырылған белгес - тифлокомментатор мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға спектакль барышын тулы итеп аңлата. Проект буйынса кескәй тамашасыларға «Супер ҡуян» тип исемләнгән әкиәт әҙерләнһә, өлкәндәр «Минең йөрәк һиндә тибә» спектаклен ҡарай ала.



