Башҡортостан мәктәптәре техника паркын яңырта

Бөгөн республиканың төрлө райондарында урынлашҡан 39 белем усағы яңы автобус алды. Транспорт сараһы асҡыстарын мәктәп директорҙарына Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин тапшырҙы. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Ҡар яуһынмы, боҙлауыҡ булһынмы белем тауҙарына үрмәләү туҡтатылмай. Балалар нисек тә булһа мәктәпкә барып етеп теүәл ваҡытына парта артына ултырырға тейеш.Тик бына тауға менгәндә тәгәрмәстәҙең дүртәүһе лә өйләнеүе шарт, ти водителдәр. Шуға күрә таулы-ҡарлы райондар тап УАЗ автомобилен үҙ итә.

УАЗ, әммә буханка түгел. Күпкә уңайлыраҡ, йылы һәм йылғыр ҙа. Йыһазландырылышы буйынса ла ҙур автобустарҙан бер ҙә айырылмай.

Хәйер Газель некст автобустарында ла ултырғыстар балалар өсөн генә. Тап креслоларҙы бәләкәсәйтеп урындарҙы арттырыуға өлгәшкәндәр. Белем усаҡтары һөҙөмтәләштерелеп яңы маршруттар барлыҡҡа килгән райондарҙа ҙур һыйҙырышлы транспорт сараһы отошлораҡ.

Мәктәп автобустарының элекке шикелле хеҙмәт итеү мөҙҙәте билдәләнмәгән. Уның файҙаланыуға яраҡлымы, юҡмы икәнлеген инспекторҙар билдәләй. Шулай ҙа автобустар ун йылдан да артыҡ йөрөмәй. Башҡортостанда әле уларҙың паркы 95 процентҡа яңырған.

Быйыл ғына төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә 49 транспорт сараһы һатып алынған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ун автобус федераль бюджет иҫәбенә алынып мәктәптәргә таратыласаҡ.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ