Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй

Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләй. Көн һайын яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләнә, йылы кейемдәр тегелә, ризыҡ әҙерләнә. Иман йортонда башҡарылған изге эш тураһында киләһе яҙма.

Иҫке Ишембай мәсете изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларының тап иман йортонда ойошторолоуы ла оло мәғәнәгә эйә. Урындағы «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары эшкә барғандай көн дә бында йыйылып, яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй, йылы кейемдәр тегә, бетеү әҙерләй. Туҡмас киҫеү, бауырһаҡ бешереү ҙә - гүзәл заттар иңендә. Милли ризыҡты хәрбиҙәр айырыуса көтөп алыуы билдәле.

Алтын ҡулдар арыу-талыу белмәй. Берҙәм эшкә күңел йылыһы һалына. Маҡсат бер - тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәт менән Еңеүҙе яҡынайтыу.

Изге эшкә мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡушылған. Үҫмерҙәр мәсеткә килеп, блиндаж шәмдәр әҙерләй, ватан һаҡсыларына тыуған яҡ йылыһын илтә. Билдәле булыуынса, яҡын арала сираттағы гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ