Күсмә асыҡ ишектәр көнө. Воронеж ҡалаһындағы «Профессор Николай Жуковский һәм Юрий Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы» Башҡортостанда ҡунаҡта. Хәрби уҡыу-ғилми үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университеты нигеҙендә асыҡ ишектәр көнөн уҙғарҙы. Белем усағы Хәрби һауа-йыһан көстәренә белгестәр әҙерләй. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Гранатомет, «Калашников» автоматының төрлө моделдәре, Макаров пистолеты һәм башҡа хәрби ҡоралдар менән 10-11 синыф уҡыусылары таныша. Республика райондарынан йыйылған буласаҡ абитуриенттар асыҡ ишектәр көнөндә осраҡлы ғына түгел. Киләсәктә уларҙың күбеһе хәрби һөнәргә эйә булмаҡсы.
Воронеж ҡалаһындағы Хәрби-һауа көстәренең «Профессор Николай Жуковский һәм Юрий Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы»ның күсмә асыҡ ишектәр сараһы Башҡортостанда беренсе тапҡыр уҙғарыла. Быға тиклем профориентация эше мәктәп һәм хәрби комиссариаттарҙа ғына үтеп торған. Йөҙгә яҡын кешенән торған төркөм, шул иҫәптән почетлы караул ротаһы Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы ҡалалары, Благовар һәм Дүртөйлө райондарында эшләне.
Күсмә асыҡ ишектәр көнө - академия менән танышыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Курсанттары квадракоптер менән идара итеү, электрон тир, атыу ҡоралдары һәм хәрбиҙәрҙең экипировкаһы тураһында һөйләп кенә ҡалманы, күрһәтте лә.
Академия Воронежда урынлашһа ла, уның филиалдары Силәбе һәм Сызрань ҡалаларында бар. Өфөгә уларҙан дә вәкилдәр килгән. Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә уҡыусылар әҙерек алып барылған һөнәрҙәр менән танышты. Белем усағында уҡыған 12 мең курсанттары араһында Башҡортостандан 44 егет бар. Уларҙың береһе, Тәтешле районынан Азамат Әүхәҙиев. Егет хәрби хеҙмәт юлын юҡҡа ғына һайламаған.
Асыҡ ишектәр көнө концерт программаһы менән тамамланды. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен күргән Воронеж ҡунаҡтары оркестр оҙатыуында тамашасылар өсөн «Шайморатов генерал» йырын бүләк итте.
Әлфинә Килдейәрова



