Өфөлә үҙенсәлекле балалар араһында «Ушинскийҙың әкиәтле дәрестәре» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс 2006-сы йылдан бирле үткәрелә. Унда 17 йыл эсендә 2 меңгә яҡын бала ҡатнашҡан. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге Республика һуҡырҙар китапханаһы башланғысы менән ойошторолған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижади эштәр конкурсы йыл һайын тәғәйен бер датаға йә булмаһа ваҡиғаға бағышлана. Уҡытыусы һәм остаз йылында ойошторолған конкурс билдәле рус педагогы, яҙыусы, Рәсәйҙә ғилми педагогикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Константин Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды.
Конкурсҡа 1-се июндән 15-се октябргә тиклем 3 номинацияла эштәр ҡабул ителгән. Абруйлы жюри ағзалары ижади эштәрҙе балаларҙың һәр конкурсҡа һалған тырышлығынан, һәләтенән сығып баһалаған.
Инша, эссе, хикәйә жанрында гран-при яулаусылар араһында Федоровка районынан Матвей Дегтярев та бар.11 йәшлек үҫмер киләсәктә янғын һүндереүсе һөнәрен һайларға теләй һәм проза яҙыуын дауам итәсәк.
«Константин Ушинскийҙың баласаҡ донъяһы» мультимедиа конкурсында буктрейлер, видеороликтарҙы төшөрөп ҡорау конкурсына ла малай-ҡыҙҙар бар һәләтен һалған. Һаулыҡ торошо арҡаһында бүләкләү сараһына килә алмағандар видеоформатта аралашты. Өсөнсө номинация, «Китап хазиналары» аплиакицяилар ярҙамында башҡарылған тактил китаптар конкурсында Өфө үҫмерҙәре еңеүсе.
Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге Республика һуҡырҙар китапханаһы 2024-се йылда мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижади конкурс ойоштрасаҡ. Киләһе йылда ул «Мин яңынан Пушкинды уҡыйым» тип аталасаҡ.
Гүзәл Борханова






