Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең «Ынйы бөртөктәре» тип исемләнгән йыйынтығы донъя күрҙе. Китапта әҙиптең афористик ижад өлгөләре - бер юллыҡтары, 2-8 юллыҡ шиғырҙары тупланды. Әҫәрҙәр заман, тормош, кешеләр һәм яҙмыштар тураһында уйланыуҙарға ҡоролған.
Йыйынтыҡ Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамы менән мең данала баҫтырылған. Проектҡа ярашлы, республика китаханаларына бушлай таратыла, ҡәләм оҫтаһы менән осрашыуҙар ҙа ҡаралған. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала автор тәүгеләрҙән булып мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға ҡыҫҡа шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
«Ынйы бөртөктәре» ҡыҫҡа шиғырҙар йыйынтығы исем туйында йәштәр арҙаҡлы шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүрҙең тормош һәм ижад юлы менән ҡыҙыҡһынды, иң әүҙем уҡыусылар автографлы китап менән бүләкләнде.



