Мәсетле районында милли кейемгә арналған фольклор байрамы үтте

Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылы мәҙәниәт йортонда милли кейемгә арналған фольклор байрамы үтте. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарҙы берләштергән, рухи яҡтан байытҡан конкурста был юлы Яңы Яуыштар көсөн һынап ҡарарға ниәт иткән.

Байрамға төбәктең Иҫке Мишәр, Дыуан-Мәсетле, Бурансы, Туҡбай, Йыланыш ауылдары ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә махсус саҡырылды. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова сараға килеүселәргә боронғо баш кейемдәре тураһында тулы аңлатма бирҙе. Уларҙың тәғәйенләшенен, ниндәй ырыуға ҡарағанлығын да бәйән итте. Урында уҡ баш кейемдәренән торған күргәҙмә лә ойошторолдо. Фольклор байрамы ойошторорусылар һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы йөкмәткеле концерт программаһы менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ