Ошондай атамалы китапҡа заман, тормош һәм кеше һәм яҙмыштарына бағышланған шиғырҙар тупланған. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала йыйынтыҡ менән таныштырыу сараһы үтте. Әҙип мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Сарала йәштәргә яҙыусының автографлы китаптары тапшырылды. “Рәшит Шәкүр шағир, ғалим һәм патриот. Уның тормош юлы беҙҙең өсөн өлгө булып тора”, - ти Өфө Фән һәм технологиялар университеты студенты Фидәлиә Әхмәтйәнова.
"Ынйы бөртөктәре" йыйынтығы 1 мең данала нәшер ителгән. Ул республика китаханаларына таратыла. Ҡәләм оҫтаһы менән осрашыуҙар артабан да дауам итә.







