Башҡортостанда патриотик тәрбиә биреү буйынса иң яҡшы белем биреү ойошмаларына грант тапшырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Киләһе йылдан 500 мең һумлыҡ 10 грант бирелә. Еңеүселәр Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурс һөҙөмтәләре буйынса асыҡлана. Башҡортостанда быйыл патриотик тәрбиә буйынса закон ҡабул ителде. 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән республика программаһы әҙерләнә.







