Башҡортостан йәмәғәтселеге генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановты иҫкә алды

Артур Фәрүәз улына 15 ноябрҙә 61 йәш тулған булыр ине. Генерал-лейтенанттың ҡәберенә сәскә һалыу сараһында яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре Артур Әхмәтхановтың, ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллегалары алдында һәр ваҡыт абруйы юғары булыуын билдәләне.

Офицер милиция хеҙмәткәренән алып Волга буйы федераль округының милли гвардия ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтә. Төрлө йылдарҙа ул Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын, Йәмәғәт именлеге милицияһын етәкләй, Төньяҡ Осетия буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы була. Артур Әхмәтханов айырыуса ауыр енәйәттәрҙе асыуҙа һәм хәүефле енәйәтселәрҙе ҡулға алыуҙа шәхсән ҡатнаша һәм юғары оҫталыҡ күрһәтә.

Артур Фәрүәз улы киң күңелле кеше булды, уға кем генә мөрәжәғәт итмәһен, һәр береһенә ярҙам итергә әҙер ине. Ул өйөндә бик һирәк булғандыр, сөнки һәр ваҡыт тәртип һағында торҙо, бар тормошон тыуған иленә хәҙмәт итеүгә арнаны.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары

Артур Әхмәтханов республикала спортты үҫтереүгә лә күп көс һала. 17-19 ноябрҙә Өфөлә полиция генерал-лейтенанты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк. Унда илдең 24 төбәгенән 250 көрәшсе ҡатнашыр тип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ