Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры гастролдәре башланды

Өфөлә Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры гастролдәре башланды. Стәрлетамаҡтар баш ҡала тамашасыһына «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» драмаһын һәм «Минең ҡатынымдың исеме Морис» комедияһын тәҡдим итә. «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакле кавалерия дивизияһы менән бергә утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан ат тураһында, әҫәрҙең авторы Мөнир Ҡунафин, режиссеры Айҙар Зарипов. Сәхнәлә ат яҙмышы аша яу һәм тыл ҡаһармандарының кисерештәре сағылдырыла. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Фәнил Ҡарасурин ат булып кешнәй-кешнәй сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Артист спектаклдә ат ролен, Керчь-Ҡоросто уйнай. Әммә уның геройы ябай ғына түгел, легендар яугир ат, ошо образ аша һуғыш ҡаһармандарының кисерештәре сағылдырыла. Был ат уйлай ҙа, һөйләшә лә, илай ҙа белә. Атайым йылҡы тотто, бала саҡтан ат йәнле булдым, шуға ролгә инеү ҡыйын булманы, ти Фәнил Ҡарасурин.

«Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» драмаһының авторы билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафин. Әҫәр тарихи факттарға нигеҙләнеп яҙылған. Миәкә районы Илсеғол ауылынан Керчь-Ҡорос ҡушаматлы айғыр 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы менән бергә яу юлын үтә. Ике тапҡыр яралана. Айғыр хатта бер тапҡыр үҙенә атланған немец офицерын тел итеп алып ҡайта. Һуғыш бөткәс Миәкәләр Керчты Буденыйға хат яҙып тыуған яғына ҡайтартып ала. Драма һанаулы ғына көндәр эсендә режиссер Айҙар Зарипов менән бергә яҙылды, ти автор Мөнир Ҡунафин.

Театрҙың художество етәксеһе Илһам Рәхимов фекеренсә, был спектакль әлеге заманға ауаздаш. Шуға күрә лә тамашасылар уны көтөп ала, алҡыштарға күмә. Спектаклдә Керчь-Ҡорос образы аша һуғыш михнәте лә, тыуған ерҙең тартыу ҡеүәте лә, һөйөү көсө лә, еңеү ләззәте лә, илһөйәрлек тойғоһо ла сағылыш таба.

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге башҡорт кавалерия дивизияһы Башҡортостандың, илдең ғорурлығы. 78 яугир Советтар Союзы Геройы, биш кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була. Дивизияға республиканан 13 меңдән ашыу ат оҙатыла. «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакле яу юлын иңгә-иң терәп үткән башҡорт кавалеристарына һәм уларҙың тоғро дуҫтары аттарға ижади һәйкәл.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ