Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы киләһе йылдың ғинуар-февралендә файҙаланыуға тапшырыла

Был турала Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында белдерҙе. Төбәк башлығы төп инфраструктура проекттары менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллинды таныштырҙы. Осрашыуҙа транспорт объекттарында эште ваҡытында финанслау һәм Башҡортостандың федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда. 

Халыҡ - ара форум-күргәҙмә йыл һайын Рәсәй Транспорт министрлығы үткәргән төп сараларҙың береһе. Был проекттың маҡсаты- Рәсәй транспортының киләсәген хәстәрләү, тармаҡта булған иң яҡшы өлгөләрҙе күрһәтеү. Күләмле форумдың Башҡортостан да ситтә ҡалмай. Быйыл да төбәк стенды иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә.

Реконструкциянан һуң Өфөнөң Пугачев урамында тротуарҙар һәм заманса дүрт һыҙатлы юл сафҡа индерелә. Зәйнәб Биишева урамы башында юл үткәргес файҙаланыуға тапшырылды ла инде, ә уның аҫтынан Генерал Рыленко урамы үтәсәк. Әйтергә кәрәк, был проекттарҙың бөтәһе лә бер-береһе менән бәйле, һәм төҙөлөш тамамланғандан һуң ҡаланың көньяҡ өлөшөндә тығындар кәмер тип көтөлә. Бынан тыш, республика башҡа проекттар ҙа тәҡдим итә. Шуларҙың береһе Черниковка биҫтәһендә яңы күпер төҙөлөшө.

Бөгөн Башҡортостан стенды менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин танышты. Республика башлығы Радий Хәбиров вице-премьерға төбәктең төп инфраструктура проекттары, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты тураһында һөйләне. Яҡтар транспорт объекттарында эштәрҙе ваҡытында финанслау һәм Башҡортостандың федераль үҙәк менән үҙ-ара хеҙммәтшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Өфөлә 1956 йылда сафҡа индерелгән иҫке күперҙе тулыһынса яңыртыу ҙа ҡаралған. Был объектта эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Төҙөүселәр яҡын көндәрҙә арканы һүтеү эштәренә тотонорға йыйына.

Республиканың тағы бер күләмле проекты - «Сибай - Яңы Рудный» тимер юлы төҙөлөшө. Ул йылына 14 миллион тоннаға тиклем йөк ташыуҙы тәьмин итәсәк, Ҡаҙағстанға тиклем юлды ҡыҫҡартасаҡ. Был үҙ сиратында туризмды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Халыҡ-ара күргәҙмә үҙ эшен иртәгә лә дауам итә. Башҡортостан транспорт өлкәһендәге бер нисә проекта ҡул ҡуйыр тип көтөлә.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ