Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыулысылар көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Республиканың йыйылыу пунктында тантаналы митинг үтте. Сара буласаҡ ил һаҡсыларын әрме сафына тантаналы оҙатыу менән тура килде. Егеттәр алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, төбәктең хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары сығыш яһап изге теләктәрен еткерҙе.

Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөндә Башҡортостандан 100-гә яҡын егет Рәсәй Оборона министрлығының хәрби частарына һәм берләшмәләренә юлланды. Улар һауа-йыһан көстәрендә, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Хәрби саҡырылыш саралары Украинала барған махсус хәрби операция үткәреү менән бер нисек тә бәйле түгел. Элекке кеүек үк ул Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта һәм план тәртибендә тормошҡа ашырыла. Көҙгө саҡырылышта Башҡортостан илдең Ҡораллы Көстәренә 4 меңдән ашыу һалдат ебәрәсәк. Хәри хеҙмәткә саҡырыу 31 декабргә тиклем дауам итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ