Өфөлә Гүзәл Хамматоваға арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте

Өфөлә тел белгесе, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы Гүзәл Хамматоваға арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Ошо көндәргә уға 70 йәш тулған булыр ине. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Гүзәл Хамматова атаһы тураһында ихлас, ябай һәм эскерһеҙ хәтирәләре менән уртаҡлашыуы. «Яңылыҡтар» программаһы архивындағы материал бөгөн дә йылы иҫтәлектәр һаҡлай. Гүзәл Яныбай ҡыҙы республиканың юғары уҡыу йорттарында белем биргән, Рауил Бикбаевтың «Рәми», Яныбай Хамматовтың «Хәсрәтле бала саҡ», «Салауат батыр», «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» кеүек һәм башҡа бик күп күләмле әҫәрҙәрҙе руссаға тәржемә иткән. Гүзәл Хамматова, ғөмүмән, атаһының ижадын пропагандалауға күп көс һала.

Яныбай Хамматов кеүек ҡыҙы ла тарихи факттарға нигеҙләнеп яҙылған әҫәрҙәрҙе халыҡҡа еткереүҙе үҙ бурысы итеп ҡабул итә. Ошо рәүешле ул атаһының алтын мираҫын донъя кимәлдендә танытыуға үҙ өлөшөн индерә. Ул шулай уҡ Ғайса Хөсәйенов, Фазыл Исхаҡов, Барый Ноғоманов кеүек авторҙарҙың да ижадын тәржемә иткән. Ҡырҡтан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик эштәр авторы.

Гүзәл Яныбай ҡыҙы тәржемә өлкәһендә автор стилен, уның моңон түкмәй-сәсмәй халыҡҡа еткерә алыуы менән алдырҙы. Тап шул сифат халыҡ араһында киң билдәләлек алырға ярҙам итә. Мәжит Ғафури йорт-музейы тарафынан ойошторолған ҡәҙер һәм хәтер кисәһендә Гүзәл Хамматованың ҡайһы бер эштәре менән танышырға мөмкин ине.

Гүзәл Хамматоваға ошо көндәрҙә 70 йәш тулған булыр ине. Үҙе китһә лә уның рухы халыҡ хәтерендә йәшәй. Ҡәҙер кисәһендә тәржемә иткән эштәре менән бергә, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре лә сығарылғайны. Гүзәл Яныбай ҡыҙы педагогика, тәржемәселек өлкәһенән тыш, картина яҙыу менән дә ҡыҙыҡһынған.

Сарала Гүзәл Яныбай ҡыҙының рухиәте, күңел бейеклеге тураһында һүҙ алып барылды. Исеменең есеменә тап килгән, иҫ киткес гүзәл кешенең яҡын арала тағы бер ҙур хеҙмәте донъя күрәсәк. Ул күренекле прозаик Яныбай Хамматовҡа арналған. Автобиографик роман тиҙҙән әҙәбиәт һөйөүселәргә тәҡдим ителәсәк.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ