Спорт сараһында Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан 20 төбәк вәкилдәре ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында адаптив спорт төрөн үҫтереүгә йүнәлтелгән ярыштар икенсегә ойошторола. Тәүге тапҡыр ул быйыл августа Кузбасста уҙҙы.
Сараны икенсегә ойоштороу урыны тип Өфөнөң һайланыуы юҡҡа түгел. Башҡортостанда адаптив физик культура төрө менән шөғөлләнеү өсөн киң мөмкинлектәр булдырылған. Махсус хәрби операция ветерандары алты спорт төрө буйынса көс һынашасаҡ. Шулай уҡ ижади конкурс, хәрбиҙәрҙе борсоған мәсьәләләргә арналған түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар ойоштороу ҙа ҡаралған.






