Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә төнгө сменалар, пациенттарҙы күтәреп күсерергәндәре өсөн өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләнде.
Бөгөн 2023-2026 йылдарға иҫәпләнгән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы араһындағы Тармаҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды. Яңы килешеүҙә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡағылышлы ғәмәлдәге бөтә льготалар һәм гарантиялар һаҡлана, шулай уҡ хеҙмәт ҡануниәте талаптарын үтәүгә, хеҙмәт хаҡы һәм өҫтәмә отпусктар алыуға ҡағылышлы мәсьәләләр өлөшө көсәйтелгән һәм тулыландырылған.






