Республика Башлығы етәкселегендә делегация Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” тигән халыҡ-ара форумда ҡатнаша. Башҡортостан айырым стенд әҙерләгән. Уны Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин ҡараны. Радий Хәбиров төп проекттар менән таныштырҙы. Республика Башлығы әйтеүенсә, Өфө – Ырымбур трассаһында Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем өлөшөн киңәйтеү ҡарала.
Форумда билдәләүҙәренсә, Рәсәй транспорт өлкәһендә сикләүҙәр мәсьәләһен хәл итә алды. Көнсығыш, Азов-Ҡара диңгеҙ һәм Төньяҡ-Көньяҡ транспорт коридорҙары аша 500 миллион тонна йөк ташылған. Президент Владимир Путин форумда ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итеп тармаҡты үҫтереү өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән алдынғы технологияларҙы әүҙемерәк ҡулланырға саҡырҙы.




