Сара Кремлдә уҙҙы. Быйыл илдә һайлау системаһы ойошторолоуға 30 йыл тула. Әле 900 меңгә яҡын кеше комиссия ағзаһы булып тора. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, һайлау комиссиялары мөһим дәүләт институты иҫәпләнә һәм ҙур әһәмиәткә эйә.
Быйыл һайлауға бәйле федераль законға үҙгәреш индерелде. Уға ярашлы, һайлау комиссиялары ултырыштарына хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән журналистар ғына индерелә. Хәрби хәл ғәмәлдә булған төбәктәрҙә тауыш биреү айырым шарттарҙа ойошторола. Административ язаға тарттырылған кешеләр һайлау комиссияһында эшләй алмай.







