Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән сарала тәжрибәле табиптар һәм студенттар ҡатнаша. Улар араһында Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан, Тажикстан, Беларусь вәкилдәре бар. Форумда 12 эшлекле секция ултырышы ҡаралған, күргәҙмә ойошторолған. Беренсе Мәскәү медицина университеты профессоры Сергей Авдеев һөйләй.
Форумда медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, юғары белемле кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре күтәрелә. “Ошондай йыйындар республикала табиптар белемен камиллаштырыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә”, - ти Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры, профессор Дамир Вәлишин.





