Республика Башлығы етәкселегендәге делегация Мәскәүҙә мәртәбәле сарала ҡатнашты. Форумда транспорт өлкәһендә төп проекттар ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы киләһе йыл башында файҙаланыуға тапшырыла.
Өфө – Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем өлөшөн киңәйтеү ҡарала. Республика биләмәһе аша яңы федераль юл үтә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, М-12 трассаһын хеҙмәтләндереү мәсьәләһе өйрәнелә.
Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында Башҡортостан айырым стенд әҙерләне. Унда төп проекттар күрһәтелгән.







