Башҡортостанда айырыуса һаҡланған яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа килә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, экологияға бәйле закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы урындағы үҙидара органдары айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре булдыра ала. Улар туристик-рекреацион урын һәм тәбиғәт резерваты тип атала. Закон проекты тирә-яҡты һаҡлау һәм туризмды үҫтереү маҡсатынан ҡабул ителә. Документ киләһе аҙнала парламенттың пленар ултырышында ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда айырыуса һаҡланған яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа килә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ