Эндоскопия бүлегенә алынған яңы видеоколоноскоп тура һәм йыуан эсәк лайлаһының торошон баһаларға, яман шеш процесын асыҡларға мөмкинлек бирә. Быйыл алынған заманса ҡорамалдарҙа йөҙҙән ашыу тикшереү һәм операциялар үткәрелгән. Әмәлиәт барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Операция өҫтәлендә 1958 йылғы ҡатын. Тикшереү һөҙөмтәһендә уның йыуан эсәгендә паталогик шеш табылды. Бәхеткә, төйөр яман шеш түгел. Полипты ваҡытында киҫеп алмағанда, уның яман сиргә әйләнеүе ихтимал. Яңы аппарат ярҙамында табип тикшереү ваҡытында уҡ уны алып ташлай ала.
Сират көтөргә теләмәгән пациенттар был процедураларҙы түләүле үтә ала. Ашҡаҙанындағы сейле яраны тикшереү өсөн Вадим Заһиҙуллин эндоскопия бүлегенә килгән. Пенсионер бер юлы эсәктәре торошон да белергә теләй. Оло йәштә лә сәләмәтлеккә иғтибарлы булырға кәрәк тигән фекерҙә ул.
Яңы видеоколоноскоп диагностика мөмкинлектәрен киңәйтә, ҡан тамырҙарының һәм лайлалы тиресәнең ваҡ структураларын күрергә, бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә асыҡларға ярҙам итә. Ҡорамал быйыл «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектының төбәк программаһы ярҙамында алынған.
Республикала йыл һайын 14 мең кешегә яман шеш диагнозы ҡуйыла. Әммә табиптар фекеренсә, сирлеләр һаны күберәк булыуы ихтимал. Ауырыуҙы асыҡлау һәм еңеү өсөн белгестәр йыл һайын ойошторолған диспансер тикшереү үтергә саҡыра.
Лилиә Мәҡсүтова



