Баш ҡалала Z-быуыны үҫмерҙәр майҙаны асылды

Башҡортостандың патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек үҙәгендә Z-быуыны үҫмерҙәр майҙаны асылды. Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыласаҡ проект хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Был артефакттар Сталинград, Ленинград, Ҡырымда барған аяуһыҙ яу үткән Бөйөк Ватан һуғышы яландарынан табылған. «Урал» эҙәрмәндәр отряды тарфынан йыйылған экспонаттар махсус планшеттарға урынлаштырылған. Z-быуыны үҫмерҙәр майҙанына килгән йәштәргә илебеҙ тарихына яҙылған ҡанлы биттәр хаҡында Елена Вязовцева бәйән итте.

Z-быуыны үҫмерҙәр майҙанының тәүге этабы асылды. Киләһе йылдан патриотик тәрбиә эшен тағы ла киңәйтәсәкбеҙ. Герой партаһын булдырабыҙ, күсмә күргәҙмәләр ойошторасаҡбыҙ.

Ләйсән Вилданова, «Z- быуыны үҫмерҙәр майҙаны» проекты етәксеһе

Яңы йылдан был күргәҙмә республика район-ҡалаларының хәрби-патриотик үҙәктәрендә лә ойоштороласаҡ. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүсе майҙансыҡҡа тарихты төплө белергә тырышҡан, ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылырға теләгән үҫмерҙәр йыйылған.

Үҫмерҙәр майҙансығы бик кәрәкле һәм файҙалы. Бында илһөйәрлек тойғолары үҫтерелә, беҙ төплө белем алабыҙ.

Матвей Парамохин, Өфөнөң 107-се лицейы уҡыусыһы

Арсен Мәғәзов видеопроекттар төшөрә. Z-быуыны үҫмерҙәр майҙанында ул һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнде. Киләсәктә профессиональ рәссам булып китмәһә лә, бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә алған белемдәрен тормошта ҡуллана аласаҡ.

Малай-ҡыҙҙарға һүрәт төшөрөү өсөн мольберттар, акварель буяуҙар һәм төҫлө ҡәләмдәр таратылды. Еңеү шыршыһын үҫмерҙәр бар фантазияһын һалып, сағыу гаммалар һәм биҙәктәр менән аҡ ҡағыҙға төшөрҙө.

Z-быуыны үҫмерҙәр майҙанында Ләйсән Вилданованан һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Үҫмерҙәр Еңеү шыршыһын төшөрҙө. Илебеҙҙең йәш патриоттарының эштәре Бөтә Рәсәй балалар конкурсына ебәреләсәк.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ