Ул 22-25 ноябрҙә ойошторола. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова брифинг барышында «форум үҙен дәүләт менән бизнес араһындағы диалогты үҫтереү өсөн профессиональ майҙансыҡ булараҡ танытты» тип билдәләне. Быйыл эшҡыуарлыҡ аҙналығы иҡтисад, экспорт, инновациялар һәм инвестициялар өлкәһендә Башҡортостан менән Рәсәйҙең перспективалы үҫеш мәсьәләләренә арнала.
Форум сиктәрендә глобаль үҙгәрештәр осоронда халыҡ-ара партнерлыҡ һорауҙары, бизнес-мәғарифтағы яңылыҡтар, санкциялар шарттарында эшҡыуарлыҡ өсөн яңы юлдар, туризм өлкәһен үҫтереү һәм төбәк үҫешендә бизнес-берләшмәнең ролен ҡарау планлаштырыла.






