Дәүләт хеҙмәте порталында яңы сервис

Ул студенттар өсөн тәғәйенләнгән. Электрон студент билеттары, зачет кенәгәләре ярҙамында он-лайн форматта өлгәште күҙәтергә, транспортҡа, мәҙәниәт усаҡтарына ташламалар менән ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Рәсәй һанлаштырыу министрлығынан белдереүҙәренсә, был документ проекты менән һеҙ экранда күргән regulation.gov.ru. адрес буйынса танышырға мөмкин. Уның менән бакалавриат, специалитет, магистратура программаһын үтеүсе студенттар, ординаторҙар, аспиранттар ҡуллана аласаҡ. Электрон студент билеты ғәҙәти билетты тулыһынса алмаштырмай, уларҙың икеһе менән дә ҡулланырға мөмкин.

Дәүләт хеҙмәте порталында барлыҡҡа киләсәк сервис ярҙамында студенттар смартфондағы кюаркод аша ҡала транспортына, электричкаларға, поездарға ташлама менән билет һатып аласаҡ. Өлгәште күҙәтеүҙән тыш, уҡыусы йәштәр электрон документты ҡулланып белем усағы биләмәһенә үтә ала, музей, концерттарға ҡаралған ташламалар менән файҙалана. Электрон форматтағы студент билеттары 2024 йылдан ғәмәлгә инә.

Динар Шәрәфетдинов, Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ