«Быуындан-быуынға». Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, педагог-методист Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы Әхмәрованың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә түңәрәк өҫтәл үтте.
Флүрә Әхмәрова Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылында тыуған. Ул башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн рус теле дәреслектәре, уҡыу-методик әсбаптары авторы. Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы тыуған яҡ тарихын, репрессияланған педагогтар, дин әһелдәре яҙмыштарын өйрәнеүгә күп көс һалған шәхес. Уның тарихи һәм этнографик тикшеренеүҙәре 9 китапҡа ингән. Күренекле йәмәғәт эшмәкәре иҫтәлегенә «Әхмәрова уҡыуҙары», тыуған яҡты өйрәнеү буйынса конкурс ойошторолған.



