Иглин районындағы «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы яңы бинаға күсте

Район хакимиәте ярҙамында бүленгән иркен өс бүлмәлә маскировка селтәрҙәре, «Леший» костюмдары һәм ҡоро душ эшләү өсөн яңы станоктар ҡуйыу мөмкинлеге бар. Иң мөһиме ирекмәндәр өсөн эш урындары артҡан. Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы ирекмәндәр штабы, эшҡыуарҙар, урындағы халыҡ менән берлектә алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн яңы гуманитар ылау йыя башланы.

Ошо осорҙа 150 ашыу маскировка селтәре, 4 меңдән ашыу окоп шәмдәре, 40 мең ҡоро душ эшләнде. Шулай уҡ 100 дананан ашыу маскировка һәм леший костюмдары әҙерләнде. Беҙҙең ирекмәндәр яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу, уларҙың көнкүрешен яҡшыртыу, күңелен йылытыу өсөн тырыша.

Николай Исаев, Иглин районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ