Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында рәссам Эдуард Ханнанов күргәҙмә тәҡдим итә

Ике тиҫтәгә яҡын картинаны ҡылҡәләм оҫтаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадына һәм тормошона арнаған. Рәссам эштәрендә Мәжит Ғафури атлап йөрөгән һуҡмаҡтарҙа һаҡланып ҡалған боронғо ағас йорттарҙы, семәрле тәҙрәләрҙе һүрәтләгән.

Акварель буяуҙар ярҙамында тыныс төҫтәр гаммаһын һайлаған. Ижадсы Гоголь урамы башында яҙыусы ял итергә яратҡан ташты ла төшөргән. Мәжит Ғафури тап ошо ташҡа ултырып текә яр башынан ҡарашын Ағиҙелгә йүнәлтер булған. Халыҡ яҙыусыһы менән тоташтырыусы сәнғәт әҫәрҙәрен ҡылҡәләм оҫтаһы өс ай эсендә ижад иткән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ