Өҫтәмә белем биреү учреждениеһын асыу тантаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Музыка етештереү, тауыш режиссеры, анимация, фото һәм видео йүнәлештәрендәге белгестәрҙе әҙерләү мәктәбе «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Анкета буйынса һайлап алынған уҡыусылар заманса һөнәрҙәргә бушлай белем аласаҡ. Тулыраҡ мәғлүәмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Диджей һөнәренә мәктәптә өйрәнеү музыка яратыусы йәштәр өсөн үҙе бер ҡыуаныс. Өфөлә асылған креатив индустрия мәктәбендә заманса һәнәрҙәрҙе үҙләштерергә мөмкин. 12 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр бушлай ижад менән шөғөлләнеп, белем туплай ала. Ижад йорто асылыу менән һәләтле малай-ҡыҙҙарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Креатив индустрия мәктәбендә балаларҙы төп педагогтарҙан тыш, билдәле сәхнә оҫталары, режиссерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре уҡытасаҡ. «Рәсәйҙә уйлап табылған» тип аталған федераль проект сиктәрендә асылған мәктәп Өфө сәнғәт училищеһы ҡарамағында эшләй. Ошондай уҡ һөнәри белем биреү мәктәбе былтыр Стәрлеметаҡ ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы нигеҙендә ойоштролдо.
Креатив индустрия мәктәбе - көнүҙәк компетенцияларҙы үҫтереүгә йәүнәлтелгән уҡытыу системаһы. Өҫтәмә белем биреү мәктәбендә фото һәм видео, заманса электрон музыка, анимация һәм 3d графика, тауыш режиссураһы менән бәйле һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә мөмкин.
Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һәләтле, белгестәрҙе әҙерләү маҡсатында асылған мәктәптә уҡыусы студенттар ғариза ебәреп анкета тултырғандан һуң ҡабул ителде. Өҫтәмә белем биреү мәктәптәре Өфө, Стәрлетамаҡ ҡаларынан тыш киләһе йыл Сибайҙа ла ойоштороласаҡ тип көтөлә.
Флорида Ким



