Республиканың хәрби комиссариатында телекүпер ойошторолдо

Студенттар бәйләнешкә сыҡты. Республиканың хәрби комиссариатында юғары уҡыу йортонда белем алыуҙы ваҡытлыса туҡтатып махсус хәрби операцияға ҡушылыусы егеттәр һәм уларҙың яҡындары менән телекүпер ойошторолдо. Ғәҙәттә, яңылыҡтар менән бүлешеү, тыуған яҡ сәләмдәре еткереү, өгөт-нәсихәттәр әйтеүгә генә ҡоролған сара был юлы ҙур тулҡынландырғыс һәм тантаналы байрамға әйләнде. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Атай, тиҙерәк ҡайт. Кескәй малайҙың ошо һүҙҙәре һалдат атаһын ғына түгел, телекүперҙең ике яғындағыларҙың да күҙ йәштәрен сығарҙы. Ни тиһәң дә бала ҡәҙерле кешеһен бер йылдан ашыу күрмәгән. Тик бына уның эшкә барып киләм тигәне нишләп оҙаҡҡа һуҙылыуын ғына аңламай.

Ураҙбаевтар ғаиләһе лә улдарын күптән күргәне юҡ. Тылға сыҡһалар бәйләнешкә инеү мөмкинлеге бар, әммә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә етмәй, ти ата-әсә. Шуға күрә баш ҡалала уҙғарылған телекүпергә лә Баймаҡтан уҡ килеп еткәндәр.

Төрлө батальон, полк, ғәскәр. Ләкин уларҙы бер нимә-юғары уҡыу йорто берләштерә. Телекүпергә позицияларҙан студенттар сыҡты. Бер экранда Башҡортостан һәм Мордовияның элекке студенттары, хәҙерге яугирҙары . Тап ошо ике төбәктән иң күп студенттар махсус хәрби операцияға юлланған.

Улар академик ял алып оборона министрлығы менән контракт төҙөнө. Ҡайтҡас мотлаҡ уҡыуҙарын дауам итәсәктәр. Өфө фән һәм технологиялар университетынан ғына 80 дән ашыу студент махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Араларында хәрби хеҙмәт үткәндәре, армияла булмағандары ла бар. Был һис шикһеҙ илһөйәрлек өлгөһө.

Валентин Солодовник, Башҡортостан Башлығының Патриотик тәрбиә биреү буйынса кәңәшсеһе

Башлыса смс, күп тигәндә бер аҙ һөйләшеп алыу. Уныһы ла бик һирәк эләгә. Мультимедиа мөмкинлектәре булған бәйләнеш саралары махсус хәрби операция биләмәһендә тыйылған. Шуға күрә телекүпер ойошторолоуын яугирҙар, уларҙың ғаиләләре лә көтөп ала.

Беҙ яугирҙар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, уларҙың йөҙҙәрен дә йәшерен тотабыҙ. Шуға күрә ябай элемтә менән ҡулланыу хәүефле. Бындай осрашыуҙарҙы беҙ шифрланған махсус спутник бәйләнеш ярҙамында ойошторабыҙ. Ата-әсәләр, яҡындарар яугирҙар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшһен өсөн.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары

Ғәҙәттә телекүпер үҙ-ара һөйләшеүҙәр, хәл белешеү менән генә сикләнә. Ләкин был юлы ябай ғына сара илһөйәрлек митингына әйләнде. Һалдаттарға үҙҙәре белем алған уҡыу йорттары студенттары музыкаль сәләм дә юлланы. Хәрби позициялағылар ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Улар тағы бер ҡабат студенттарҙың ҡайҙа ғына булһа ла дәртле, тәүәкәл, зирәк һәм ижади булыуҙарын дәлилләне.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ