Тормош - ул ижади ҡомар. Яҙыусы, журналист Гөлнара Мостафина алтын юбилейы уңайынан, кесе Ватаны Баймаҡта үҙенең ижадташ дуҫтарын йыйҙы. Үҙәк биләмә-ара китапханала ойошторолған осрашыуҙа әҙибәнең яҡын туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре, журналистар, яҙыусылар ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Гөлнара Мостафина “Һағыҙаҡ балы”, “Таш келәттең сере”, “Искәндәр кисергәндәр”, “Хәйерле иртә” йыйынтыҡтары аша уҡыусыларға яҡшы таныш. Башлыса балалар өсөн ижад иткән әҙибәнең яҙыу стиле лә, теле лә үҙенсәлекле. Кескәйҙәргә уның хикәйәттәрен, әкиәттәрен уҡыуы ла, аңлауы ла еңел. Кисәлә килгән ҡунаҡтарға “Сынығырға ваҡыт” әкиәтенән өҙөк сәхнәләштерелде.
Юбилей кисәһенә яҙыусының туғандары, класташтары, курсташтары, уҡытыусылары ла килде. Гөлнара Мостафинана менән бәйле иҫтә ҡалған хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Башҡа ижадсылар кеүек үк әҙибә лә мәктәп йылдарында яҙыша башлай, йәш яҙыусылар түңәрәгенә йөрөй. Ул ваҡыттағы “Пионер”, “Башҡортостан пионеры” баҫмаларында уның хикәйәләре донъя күрә. Редакция хеҙмәткәрҙәре менән дә тығыҙ бәйләнештә була.
Яҙыусының ғүмер байрамына арналған сара “Толпар” балалар баҡсаһында «Бала саҡ эҙҙәре буйлап... « исемле осрашыуҙа дауам итте. Балалар баҡсаһы мәктәпкә әҙерлек төркөмө “Айыухан төҫтәр өйрәнә” әкиәтен сәхнәләштерҙе, авторҙан бүләккә китаптар тапшырылды. Әҙибәгә кейскәйҙәр һорауҙар бирҙеләр, шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙеләр.
Ошондай осрашыуҙар һәр ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле. Уның һөҙөмтәһе ‐балаларҙың әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуы арта, яҙыусы иһә яңы ижад емештәренә илһам ала.
Раушания Рәхимова



