Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркында студенттар менән осрашты. Республика етәксеһе әүҙем ҡарашлы йәштәр, ирекмәндәр менән аралашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Хәбиров Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлештәре, төбәктә белемле студенттар киләсәге өсөн ойошторолған мөмкинлектәр тураһында һөйләне.
Бынан тыш, Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-патриотик паркында асылған ашханала булды. Яңы объекттың дөйөм майҙаны 1,3 мең квадрат метр. Ашханала бер юлы 250 кеше туҡлана ала. Хәрби-патриотик паркта төҙөлөш эштәре дауам итә. Киләсәктә бында физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм пилотһыҙ осоу аппараттар етештереү үҙәге асылыр тип көтөлә.



