Өфөлә көрәш һарайы төҙөлөшө графикҡа ярашлы бара

Уның эргә-тирәһен тәртипкә килтереү эше лә дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың 450 йыллығына арналған сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда юбилей объекттары төҙөлөшө тикшерелде.

Быйыл декабрь аҙағында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен асасаҡ. Реконструкциянан һуң тағы ла тамашалар залы барлыҡҡа килә. Бынан тыш, Инорста - ишеү слаломы комплексы, ә Затонда Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге сафҡа инәсәк. Радий Хәбиров был аҙнала Сергей Лавров менән осрашты.

Сит ил эштәре министры Рәсәй ишеү слаломы федерацияһының попечителдәр советы рәйесе вазифаһын башҡара. Радий Хәбиров Сергей Лавровты спорт комплексын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһына саҡырҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфөнөң транспорт объекттарын реконструкциялау барышын да тикшерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ